Главная » Статьи » Мои статьи

Башҡорттар: үткәне, бэгэнгөһө, килэсэге.

Башҡорттар: үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге.

             18 мартта, Башҡорт Дәүләт университетының Сибай институты филиалы бинаһында 4-се бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы резолюцияһын тормошҡа ашырыу проблемаларына арналған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһы уҙғарылды.Конференцияның эш тәртибе  ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу,иртәнге аштан һуң Сибай институтының төп корпусы алдындағы арҙаҡлы шәхестәр аллеяһындағы бюстарға сәскә һалыу менән башланып китте.Артабан студенттарҙың сәләмләүе, институт музейына һәм институт буйлап экскурсия үткәреү менән дауам итте.Шулай уҡ, институт фойеһында ғилми хеҙмәттәр күргәҙмәһе.,,З.Биишева,,исемендәге ,,Китап,,,,,Ғилем,,  РФА ӨҒҮ-нең ТТӘИ, БДУ нәшриәттәрендә донъя күргән китаптарҙы һатыу ойошторолған ине. Конференцияның төп өлөшө студенттар тарафынан ойошторолған концерт менән  башланды: ,.Байыҡ,. республика бейеү конкурсы лауреаты булған ,,Ете ырыу,, халыҡ бейеү ансамбле ,,Салауат рухы,, башҡорт халыҡ бейеүе ,,Зарифа,,-ны башҡарҙы.Ә үҙенең башҡорт халҡына ғына хас булған моңло тауышы менән  Зөлфиә Ҡоләмбәтова башҡорт халыҡ йырын ,,Сәлимәкәйҙе,, башҡарып залдағыларҙы таң ҡалдырҙы.,,Ноғай,, фольклор инструменталь ансамбле(етәксеһе Баязит Ғайнуллин) башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарында уйнап,өзләп, ҡобайыр башҡарыуы бөтәһен дә һоҡландырҙы.Ә инде баш ҡалабыҙ Өфөнән килгән данлыҡлы виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев был кисәгә йәм генә өҫтәне.

         Беренсе булып һүҙҙе, конференцияла ҡатнашыусыларға уңыштар теләп БДУ-ның Сибай филиалы директоры,иҡтисад фәндәре докторы, профессор, ойоштороу комитеты председателе Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы тотто.Йола  буйынса Башҡортостан гимны менән башлап ебәреүҙе һораны.Конференцияла  ҡатнашыусылар быға риза булып, гимнды ихлас башҡарҙылар. Артабан һүҙҙе - йәмәғәт ойошмаларының халыҡ- ара берлеге ,,Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, райондашыбыҙ Ишемғолов Әмир Миңлеәхмәт улы дауам итте.Үҙенең сығышында - телде, ерҙе һаҡлап ҡалыу, мәғарифты, мәҙәниәтте, спортты, туризмды, кесе эшҡыуарлыҡты(умартасылыҡ, ,ҡымыҙсылыҡ, урмансылыҡһ.б.)үҫтереүҙе, Мәғариф өлкәһендә ФГОС буйынса төбәк- ара (региональ) компонентты һаҡлап ҡалыуҙы күҙ уңында тотто.Һәм башҡорт теле уҡытыусыларына, балалар баҡсалары тәрбиәселәренә ошондай мөрәжәғәт белдерҙе: башҡорт телендә уҡытыуҙы ойоштороу,башҡорт теленең матурлығын, нәфислеген һаҡлап ҡалыу һеҙҙең ҡулығыҙҙа тора.Ә үҙ сығышын ,, Башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен  күтәреп, ҡулға-ҡул тотоношоп бергә атларға булһын,,- тип тамамланы.Был иһә үҙ даирәһендә бик урынлы фекер тип уйлайым.(авт.)

,,Ағинәйҙәр,,йәмғиәт ойошмаһын етәкләүсе, ,,Киске Өфө гәзитенең баш мөхәррире: ,,Халҡыбыҙ алдындағы мөһим бурыстар тип ошоларҙы билдәләп үтте: - рухлы гәзит- журналдар уҡылмауы, алдырылмауы; башҡорт мәктәптәре бөтөрөлөп, урыҫса уҡытылыуы - йәнде әсетерлек һүҙҙәр.Башҡорт ауылдарында башҡорт халыҡ йолаларын, байрамдарын, ғәрәф-ғәҙәттәрен тергеҙеү; йәштәрҙе өйләндереү буйынса димселекте ойоштороу кәрәк тип белдерҙе.

         Филология фәндәре докторы, БашДУ профессоры Мирас Хәмзә улы Иҙелбаевта бик фәһемле фекерҙәр әйтте.,, Тел инәһе - ул китап,,- ысынлап та күпте белеү, телде шымартыр, һөйөр, диалектты белеү өсөн китап уҡыу беренсе урында тора.Ә хәҙерге көндә китап уҡыламы?(бик ҡыҙғаныс хәл-авт.),,Ҡатын - ҡыҙҙы фәрештә урынына күреү кәрәк,,- ысынлап та, милләтебеҙҙе үҫтереүҙә төп өлөштө ҡатын- ҡыҙҙар индерә(авт.).Аңлы эш алып барыр өсөн,, Урыҫ һәм башҡорт телен һыу һымаҡ белер кәрәк- тине.

         Филология фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының ҡатын- ҡыҙҙар рәйесе, халыҡ- ара бөтә Рәсәй, регион- ара конкурстар лауреаты, РФА ӨТҮ ТТӘИ-ның әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, сәсәниә Солтангәрәева Розалия Әсфәндиәр ҡыҙы, үҙенең сығышын, башҡорт халҡына хас булғанса бүләк биреүҙән башланы. БДУ-ның Сибай филиалына яңы сыҡҡан һүҙлек китабын тапшырҙы. Артабан үҙенең ҡайһы ырыуҙан булыуын, ағасы, ҡошо, ораны менән таныштырҙы.Тыңлаусыларға: ,,Тел статусын һаҡлаған кем ул?,,- тигән һорау ҡуйҙы.Әлбиттә, ул сәсән - быуаттан- быуатҡа, бер- береһенең уй - фекерен, әйтер һүҙен, теләген тапшыра белгән кеше. Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Белорет, Дәүләкән райондарынан сыҡҡан сәсәндәр менән таныштырҙы.Ауылдарҙа, мәктәптәрҙә сәсәнлекте үҫтереүҙе күҙ уңында тотто.Сәсәнлек мәктәбен булдырыу - фекерләүҙе үҫтереүҙә ҙур роль уйнай тип белдерҙе. ,,Урал батыр,, эпосын үҫтереүҙе күтәрҙе.Башҡорт балаһы 8 юл ғына булһала  эпосты белергә тейеш тип әсенде.(!!!)Шулай уҡ ,,Урал батыр,, эпосына бағышлап ҡорбан салыуҙы әүҙемләштереү(сөнки был эш Ҡарағалпаҡ,Ҡалмыҡ республикаларында 2000 йылдан уҡ башҡарылып килә, ә беҙҙә тик 3 йыл рәттән генә башҡарыла.).Ҡорбан салдырып- кеше үҙенең аҡылын таҙарта, көнсөллөктө үҙ итеүҙән ҡотола- тине.

2020 йылда республика ла үтәсәк ҙур сара - бөтә донъя фольклориадаһы тураһында ла һүҙ йөрөттө.Быға ярашлы һәр кешегә үҙ тамырын, тарихын, йолаһын белеү зарур тине.Тағы ла: -башҡорт булыуҙың мораль кодексын булдырырға ;башҡорт халыҡ ижадын милли үҫешкә тиклем еткерерг; үҙ телен , йолаһын өйрәнгән  балаға, йәштәргә ынтылыш(стимул,льгота) биреүҙе булдырыу; башҡорт халыҡ сәсәне тигән исем булдырылһа ине; аҫаба халҡының хоҡуғы - ерҙе һаҡлау тигән теләктәр белдереп үҙ сығышын ҡобайыр менән, башҡорт халҡына оран һалып тамамланы.

         Артабан сәхнәгә Бар мосолмандары Диниә назаратының пресс- секретары Абдул-Әхәт Хәҙрәт Ниғмәтуллин күтәрелде.Ул: ,,Бер телде белгән кеше- бер кеше, ике телде белгән кеше - ике кеше тип белдерҙе.Сөнки беҙ тыуғас та донъяға ауаз биреп, ниндәйҙер өн сығарабыҙ. Был өндө беҙ, бала саҡтан ишетеп үҫәбеҙ.Ошонан килә лә инде ата- әсә телен өйрәнеү, ихтирам итеү, һөйөү тәрбиәләү. ,,Телебеҙҙе һаҡлау-ул башҡорт халҡының аманаты.Телдән мәхрүм булһаҡ, тимәк йәшәүҙән дә мәхрүмбеҙ инде тине. ,,Шулай уҡ, йәш быуынға, рухи-әхлаҡи тәрбиә биреүҙең әһәмиәте барлығын да кәрәк тип тапты.

Был конференцияла 200-ҙән ашыу халыҡ ҡатнашты.Башҡортостан райондары һәм ҡалаларынан хакимиәт башлыҡтары, урынбаҫарҙары,ҡоролтай ағзалары, башҡорт теле уҡытыусылары, балалр баҡсалары тәрбиәселәре, яҙыусылар, журналистар, корреспондеттар, театр директорҙары; Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама уҡыу йорттары...Шулай уҡ Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙә бар ине.(Мәскәү,Германия, Норильск ҡалаларынан;Ҡаҙағыстан, Татарстан, Мордовия, Мари - Эл республикаларынан, күрше Силәбе, Свердлов өлкәләренән) Улар ҙа  үҙ сығыштарында, башҡорт телен күтәреүҙе, мәктәптәр ябылыуға юл ҡуймауҙы, башҡорт халҡының милли байлыҡтарын,йолаларын, музыка ҡоралдарын һаҡлап ҡалыуҙы, мәҙәниәтен үҫтереүҙе күҙ уңында тоттолар.

         Төшкө аштан һуң, 4 йүнәлештә эш дауам итте.Бында 100-ҙән артыҡ доклад тыңланды, фекер алышыу булды. Шулай уҡ мастер - класс күрһәтелде. Р. Солтангәрәева- ,,Урал батыр,, эпосын башҡарып күрһәтһә, ә Р. Юлдашев ҡурай серен асты.Үҙ сығышында:,, Әгәрҙә һин күкрәгеңдән сығарып, өзләп уйнамаһаң- ,,алтын ҡурай,, тотһаң да- һин ысын ҡурайсы була алмайһың тигән төплө фекер еткерҙе.Эйе, ысынлап та, башҡортмон тип үҙ халҡы өсөн янып- көйөп йөрөгән, эшләгән кеше генә - ысын башҡорт була алалыр ул (автор фекере.)

         Был конференцияға беҙ 4 кешенән торған делегация менән барҙыҡ: Искәндәрова Гөлфиә Хәсән ҡыҙы- Күгәрсен районы ҡоролтайы башлығы, Мораҡ башҡорт гимназияһының башҡорт теле уҡытыусыһы, Абдуллина Гузәл салауат ҡыҙы Яңы Хвалын урта мәктәбенең ИКБ  уҡытыусыһы (уның ,, Роль семьи, образовательных учреждений, литературы, культуры и СМИ в сохранении родного языка,, тип аталған  доклады резолюцияға ттәҡдим ителде һәм йыйынтыҡҡа индерелде - авт.), ,,Мораҙым,, гәзите корреспонденты Сәйетбатталова Гөлназ Минниэхмэт кызы, Мораҡ ,,Шишмәкәй,, балалар баҡсаһының башҡорт теле уҡытыусыһы Ишкильдина Нәзирә Шәйхислам ҡыҙы. Конференция бик әүҙем барҙы, фәһемле үтте. Актуаль көнүҙәк темаларҙы күтәреп сыҡты. Һауа торошо насар булыуына ҡарамаҫтан, күтәренке кәйефтәр  менән рух, көс алып; артабан да ҡоролтайҙың уңышлы эшләүен теләп ҡайтты                               

Ишкильдина Н.Ш. ,,Шишмәкәй” балалар баҡсаһы башҡорт теле уҡытыусыһы.

Категория: Мои статьи | Добавил: Родничок (04.04.2016)
Просмотров: 709 | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0